04:11 (UTC+5), 27 Августа 2019

Миллионлы ҡалалар араһында иң бәләкәй бер бүлмәле фатирҙарҙы Өфөлә төҙөйҙәр

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 27 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Бер миллиондан ашыу халыҡ йәшәгән ҡалалар араһында иң бәләкәй бер бүлмәле фатирҙарҙы Өфөлә төҙөйҙәр. Башҡортостандың баш ҡалаһында бер бүлмәле фатирҙың уртаса майҙаны — 36,3 квадрат метр, ә уртаса хаҡы 2 278 094 һум тәшкил итә, тиелә Domofond.ru рейтингында.
Ә иркен бер бүлмәле фатирҙар — Силәбелә. Яңы йорттарҙа уларҙың уртаса майҙаны — 42,7 «квадрат», ә хаҡы — 1 807 912 һум. Артабан Һамар килә — 42,3 квадрат метр өсөн 2 266 821 һум һорайҙар.
Мәскәүҙә 40,4 «квадрат» өсөн 8 297 873 һум бирергә тура килһә, Санкт-Петербургта майҙаны 38,5 квадрат метрлыҡ фатирҙы уртаса 4 711 686 һумға һаталар.
Миллионлы ҡалалар араһында өсөнсө урынды Екатеринбург алды, унда бер бүлмәле фатирҙың уртаса майҙаны 40,7 квадрат метрға тиң, ә хаҡы — 3 183 029 һум.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика