06:01 (UTC+5), 26 Август 2019

Радий Хәбиров «Һөт иле»ндә инвесторҙарҙы «беҙҙең карапҡа ултырып өлгөрөргә» саҡырҙы

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 26 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Радий Хәбиров «Һөт иле» фестиваленең эшлекле иртәнге ашында Башҡортостандың агросәнәғәт комплексына аҡса һалырға, ошонда ҡалып эшләргә хәл иткән бөтә инвесторҙарға рәхмәт белдерҙе.
Ул Башҡортостандың һөт етештереү буйынса Рәсәйҙә беренсе урын алырға ынтыласағын, бының өсөн ресурстарҙың һәм шарттарҙың булыуын билдәләне. Шуның менән бергә республиканың яңы идара итеү командаһы инвесторҙар өсөн яңы уңайлы шарттар булдыра, был иһә реаль һөҙөмтәләр бирә. Беренсе ярты йыллыҡта инвестиция үҫеше 13,6% тәшкил иткән, үткән ике йылда ошо күрһәткес 100% кәмерәк булған.
«Беҙ был процесҡа яңы һулыш өрҙөк, беҙгә республикала эшләргә әҙер булған бик күп кеше мөрәжәғәт итә. Хәҙер, әлбиттә, хөрмәтле инвесторҙар, беҙ һеҙҙең артығыҙҙан йүгерәбеҙ һәм әлегә беҙгә сират юҡ, ләкин тиҙҙән сират булыуы ихтимал тип уйлайым, шуға күрә беҙҙең карапҡа ултырып өлгөрөргә кәрәк», — тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан ауыл хужалығын алып барыуҙың бай тәжрибәһе менән ҙур биләмәгә, агросәнәғәт комплексында оҫта эшләй белгән хеҙмәт ресурстарына эйә, тип билдәләне республика етәксеһе. Төбәк халҡының 38 проценты ауылда йәшәй. Республика инвесторҙарға барлыҡ инструментарийҙар менән ярҙам итергә әҙер.
1 из 9
«Шуныһы мөһим: хәҙер беҙ ауыл биләмәләрен үҫтереү менән ныҡлап шөғөлләнәбеҙ, юлдар, мәктәптәр, ФАП-тар төҙөйбөҙ, йәшәү өсөн уңайлы мөхит булдырабыҙ», — тип өҫтәне Радий Хәбиров.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика