09:44 (UTC+5), 22 Август 2019

Туймазы районының Ҡандракүл ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләй башланы

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 22 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Туймазы районының Ҡандракүл ауылында фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Быға тиклем ул 1972 йылда һалынған иҫке бинала урынлашҡайны. Балалар баҡсаһында фельдшер-акушерлыҡ пунктын урынлаштырыу өсөн айырым инеү урыны булған яңы бина бирелде. Бында прививка яһау, процедуралар, халыҡты ҡабул итеү бүлмәләре, дарыуҙар һаҡлау өсөн урын ҡаралған. Фельдшер-акушерлыҡ пунктының ҡеүәте дөйөм һаны 600 кешенән ашыуыраҡ ике ауыл халҡына беренсе табип ярҙамын күрһәтеүгә иҫәпләнгән.
«Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә быйыл 376 миллион һумға 27 фельдшер-акушерлек пункты һатып алына, өҫтәүенә уларҙың яртыһы авария хәлендәге ФАП-тар урынына асыла. Республика адреслы инвестиция программаһы буйынса 2019-2020 йылдарҙа тағы 15 ФАП төҙөү күҙаллана. Һатыулашыу бюджет аҡсаһын экономияларға һәм шул рәүешле ҡалған аҡсаны биш өҫтәмә фельдшер-акушерлыҡ пункты һатып алыу өсөн тотонорға, шулай уҡ уларҙы кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырырға мөмкинлек бирҙе. Республикала бөтәһе 380 фельдшер-акушерлыҡ пункты яңыртыуға мохтаж.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика