06:28 (UTC+5), 22 Августа 2019

Республикала груша өлгөргән, селекция үҙәге емеш-еләк йыйырға саҡыра

Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 22 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Кушнаренко селекция үҙәгендә йәйге сортлы грушаларҙы йыйыу ваҡыты етте, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтынан. Теләгәндәрҙе уңыш йыйырға саҡыралар, бер килограмы 20-40 һум тора. Үҙәктең баш агрономы, алма һәм груша буйынса селекционер Харис Фазлиәхмәтов емештәрҙе өлгөрөрҙән 2-4 көн алдараҡ йыйырға кәңәш бирә. «Былай улар оҙағыраҡ һаҡлана, — ти ғалим. — Баҡсасылар был мәлде йыш ҡына күҙ уңынан ысҡындыра, шуға грушалар ҡойола, тиҙ боҙола». Һаҡлау өсөн ҡағыҙ салфеткаға төрөлгән емештәрҙе йәшниккә һалып, һыуытҡыста тоталар. Шул рәүешле уларҙы, сортына ҡарап, ике аҙнанан бер айға тиклем һаҡларға мөмкин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика