08:27 (UTC+5), 21 Августа 2019

Республикала милли проект сиктәрендә юлдар һалыуға һәм төҙөкләндереүгә 8,2 миллиард һум тотоналар

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 21 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 2019 йылда Башҡортостан «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проектын тормошҡа ашырыу өсөн яҡынса 8,2 миллиард һум тотона, шуның 4,7 миллиарды федераль бюджеттан күсерелә. Аҡса 200 саҡрым самаһы юл ремонтлауға һәм төҙөүгә, шулай уҡ Өфөлә Дуҫлыҡ монументы янында Ағиҙел күперен һалыуға йүнәлтелә.
Башҡортостан Республикаһының Юл хужалығы идаралығы етәксеһе урынбаҫары Азамат Тайыпов һүҙҙәренсә, эштәр графиктан алда бара. Бөгөнгә Кушнаренко — Саҡмағош — Баҡалы автомобиль юлы участкаларын төҙөкләндереү тамамланған.
«Эштәр заманса технологиялар ҡулланылып башҡарылған. 15 920 квадрат метр майҙанда 5000 тоннанан ашыу асфальт-бетон ҡатнашмаһы түшәлгән. Бынан тыш, юл ситтәре нығытылған һәм юлға тамға яһалған», — тип хәбәр итте идаралыҡ вәкиле.
Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса, 2019 йылда республикала милли проекты тормошҡа ашырыу барышында Өфө агломерацияһында федераль, урындағы һәм республика әһәмиәтендәге 80 саҡрымдан ашыу автомобиль юлы, Стәрлетамаҡ агломерацияһында 65 саҡрым самаһы юл норматив хәлгә килтерелә.
Ремонттан тыш, реконструкция проектында юл билдәләре, светофорҙар ҡуйыу күҙ уңында тотола. Шулай уҡ күрһәтелгән участкаларҙа юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы фото-, видеотеркәү комплекстары, автоматлаштырылған ауырлыҡ контроле пункттары урынлаштырыла.
Уҙған айҙа башланған Ағиҙел күпере төҙөлөшөнә милли проект сиктәрендә 618 миллион һум бүленгән.
Яңы күперҙең проектлаусыһы итеп Мәскәүҙең «Гипростроймост» компанияһы күрһәтелгән. Подрядсы — яңы Затон күперен һалған «Уралмостострой» йәмғиәте (Силәбе). Контракттың хаҡы — 3,46 миллиард һум.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика