05:23 (UTC+5), 21 Августа 2019

Башҡортостанда бер тәүлек эсендә 100 мең тоннанан ашыу иген йыйылған

Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 21 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостанда көндәрҙең йылы һәм ҡоро тороуы төбәк аграрийҙарына урып-йыйыу темптарын арттырырға мөмкинлек бирҙе. Уҙған тәүлектә республикала 54 мең гектар иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары һуғылған, 100 мең тоннанан ашыу ашлыҡ йыйылған. 20 авгусҡа 677 мең тонна яҙғы һәм ужым культуралары һуғып алынған, гектарынан уңыш 20,2 центнер тәшкил иткән, тип белдерҙеләр республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Уңыш йыйыу темптары буйынса Ейәнсура районы алда бара, унда майҙандарҙың 37 проценты йыйылған. Тулайым һуғып алыу буйынса Стәрлетамаҡ игенселәренә тиңдәр юҡ. Улар 44,4 мең тонна иген йыйып алған. Ә бына иң юғары уңыш Саҡмағош районында – гектарынан 37 центнер.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика