10:35 (UTC+5), 20 Август 2019

«Башавтотранс» республиканың 14 район үҙәге менән бәйләнеште тергеҙҙе

Валерий Шахов
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 20 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостанда бөтә район үҙәктәре Өфөгә транспорт бәйләнеше менән тәьмин ителде. «Башавтотранс» 14 район үҙәгендә — Архангелдә, Раевкала, Асҡарҙа, Баҡалыла, Яңы Балаҡатайҙа, Иҫке Собханғолда, Дәүләкәндә, Йәрмәкәйҙә, Үрге Йәркәйҙә, Ишембайҙа, Николо-Березовкала, Ҡырғыҙ-Миәкәлә, Стәрлебашта һәм Саҡмағошта туҡтатылған маршруттарҙы тергеҙҙе.
Был хаҡта республика Хөкүмәтендәге «Транспорт сәғәте»ндә Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Тимур Мөхәмәтйәнов хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, әлегә маршруттарҙа 1-2 микроавтобус (8 урын) эшләй. Улар яҡындағы ҡасабаларҙы — 3-5, алыҫта урынлашҡандарын бер тапҡыр урай. Автобустар һатып алынһа, дәүләт ташыусыһы рейстар һанын арттырыуы ихтимал.
Йыл аҙағына тиклем «Башавтотранс» предприятиеһы паркты төрлө класлы 527 автобус менән тулыландыра. Мәҫәлән, бөгөн, 20 августа, компания ҡала һәм ҡала яны маршруттары өсөн тәғәйенләнгән 42 Vector Next автобусы, ҡала араһында һәм ҡала янында йөрөү өсөн 60 Ford Transit микроавтобусы алды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика