06:58 (UTC+5), 20 Августа 2019

Башҡортостанда алыҫтағы Айытмәмбәт ауылында яңы мәктәпте төҙөү тамамлана

Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 20 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.Архангел районының 300-ҙән ашыу кеше йәшәгән Айытмәмбәт ауылында подрядсылар яңы белем биреү учреждениеһы төҙөлөшөн тамамлай. Ул 60 урынлыҡ мәктәпте һәм 40 урынлыҡ балалар баҡсаһын берләштерә. Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, әле бинала эске биҙәкләү, линолеум һалыу, стеналарҙы буяу, аҫылмалы түшәмдәрҙе монтажлау, аш-һыу бүлмәһе йыһазын урынлаштырыу эштәре бара.
Бер үк ваҡытта биләмә төҙөкләндерелә, юлға асфальт түшәргә әҙерләнәләр. Бинаға барлыҡ коммуникациялар — тышҡы яҡтыртыу бағаналары, йылылыҡ трассалары, электр сымдары һуҙылған, һыу тәьминәте өсөн скважиналар ҡаҙылған. Ихатала уйын майҙансыҡтарына нигеҙ әҙерләнгән.
Төҙөлөш уҙған йылдың авгусында «Республиканың 100 йыллығына — 100 объект» проекты сиктәрендә башланған. Иҫке мәктәп һәм китапхана, проектҡа ярашлы, һүтелгән. Эштәр йыл әйләнәһенә алып барылған.
Объектты быйыл сентябрь айында тапшырыу күҙаллана. Генераль подрядсы — «Төҙөлөш фирмаһы 15 БНЗС» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, дәүләт заказсыһы – Башҡортостан Республикаһының капиталь төҙөлөш идаралығы.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика