04:53 (UTC+5), 16 Август 2019

Башҡортостанда йәшәүселәр ипотека килешеүҙәрен аҙыраҡ төҙөй башлаған

iz.ru
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 16 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 2019 йылдың беренсе ярты йыллығында Башҡортостанда йәшәүселәр 37,4 миллиард һумға ипотекаға 20,5 мең фатир алған (бер килешеү – уртаса 1,8 миллион һумға). Республика ипотека кредитлауы күләме буйынса тәүге 10 төбәк иҫәбенә инә һәм, баҙарҙың кире динамикаһына ҡарамаҫтан, Волга буйы федераль округында икенсе урынды биләй, тип белдерҙеләр Башҡортостан Республикаһының Милли банкында. Төҙөлгән килешеүҙәр һаны уҙған йыл менән сағыштырғанда 15% түбәнәйгән (ил буйынса – 13%), ипотека кредиттары суммаһы 6,4% кәмегән (ил буйынса — 3,7%). Милли банкта ипотека баҙарының түбәнәйеүен ихтыяжды ҡәнәғәтләндереү менән аңлаттылар.
Башҡортостан заемсыларының 1 июлгә ипотека буйынса дөйөм бурысы үткән йыл менән сағыштырғанда 25% артып, 198,3 миллиард һумға еткән. Шуның менән бергә ваҡытында түләнмәгән ипотека кредиттарының өлөшө тәүге ярты йыллыҡта 0,6% кимәлендә һаҡлана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика