04:09 (UTC+5), 15 Августа 2019

Рәсәйҙә ипотека ставкаһының түбәнәйеүе фаразлана

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 15 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Президент Владимир Путиндың ВТБ башлығы Андрей Костин менән осрашыуында Рәсәйҙә ипотека ставкаһын түбәнәйтеү тураһында һүҙ барҙы. Банк етәксеһе президентҡа июндә ошондай кредиттарҙың уртаса 9,9% менән биреүҙәрен хәбәр итте һәм төп ставканың түбәнәйеүе менән үҙ-ара бәйләнешен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
«Әлеге ваҡытта Үҙәк банк яғынан билдәләнгән тенденцияға бәйле йыл аҙағына тиклем ставкалар төшә башлар тип иҫәпләйбеҙ», — тип Костиндың ошондай һүҙҙәрен килтерә «РИА Новости».
Президент шулай уҡ инфляцияның түбәнәйеүенә иҫәп тотоуын билдәләне.
Кредит ойошмаһы етәксеһе дәүләт башлығына ипотека баҙарында бер ниндәй ҙә өмөтһөҙлөк күрмәүен әйтте һәм тотороҡло ихтыяжға күрһәтте.
Бынан алда Путин Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһендә Хөкүмәткә һәм Үҙәк банкка ипотека буйынса ставканы туғыҙ процентҡа тиклем еткерергә ҡушҡайны.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика