10:52 (UTC+5), 13 Август 2019

Республикала льготалы торлаҡ баҙарында алыпһатарлыҡты туҡтатҡан закон көсөнә инде

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 13 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостанда льготалы торлаҡ баҙарында алыпһатарлыҡты туҡтатҡан закон көсөнә инде. «Республикала 2014 йылдан «Торлаҡ төҙөлөшө өсөн аҡса туплау» программаһы эшләй. Ул тәүҙә 3-6 йыл дауамында аҡса йыйыуҙы күҙ уңында тота. Ошо аҡсаға республика бюджетынан субсидия иҫәпләп өҫтәлә, шунан һуң льготалы ставка буйынса торлаҡ кредиты һәм махсус хаҡ буйынса торлаҡ һатып алыу мөмкинлеге бирелә. Шундай осраҡтар ҙа бар: ҡайһы бер граждандар махсус рәүештә ошо программала ҡатнаша һәм, вкладта аҡса йыймайынса, шунда уҡ льготалы хаҡ буйынса торлаҡ һатып алыуға өлгәшә. Артабан уны һатып ебәрә», — тине Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев.
Парламент рәйесе ҡабул ителгән закондың үрҙә әйтелгән ғәмәлдәрҙе башҡарыуға юл ҡуймауын һәм республиканың льготалы торлаҡ һалыу өсөн ойошторолған коммерцияға ҡарамаған ойошмаларының торлаҡ һатыу тәртибен яҡшыртыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
«Хәҙер «Торлаҡ төҙөлөшө өсөн аҡса туплау» программаһының барлыҡ шарттарын үтәгәс кенә ошондай торлаҡ алырға мөмкин. Закон республикала һаҡлыҡ-ипотека механизмдарының төп принциптарын тулыһынса һаҡлауҙы тәьмин итә, алып һатыу маҡсатында льготалы торлаҡ һатып алыу мөмкинлеген бирмәй», — тине Константин Толкачев.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика