08:28 (UTC+5), 09 Августа 2019

Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла

автор
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 9 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Бөгөн «Башавтотранс» предприятиеһы халыҡ-ара, ҡала һәм ҡала яны маршруттарын хеҙмәтләндереү өсөн 110 «Форд Транзит» маркалы автобус алды. Уларҙың 55-е халыҡ-ара маршруттарҙы хеҙмәтләндерә һәм республиканың баш ҡалаһын бөгөнгә тиклем даими автобус бәйләнеше булмаған район үҙәктәре менән тоташтыра, тағы 55-е ҡала янында эшләй.
«Беҙ «Башавтотранс»ҡа 1 сентябргә дәүләт ташыусыһы автобустары республиканың барлыҡ райондарын Өфө менән тоташтырырға тейеш тигән бурыс ҡуйғайныҡ. Тап «Башавтотранс» социаль ташыуҙарҙы тәьмин итә һәм коммерция автобустарынан айырмалы рәүештә ул хатта ике пассажирҙы ла йөрөтә. «Башавтотранс»ты ни өсөн һаҡлап ҡалыуыбыҙҙың мәғәнәһе лә шунда. Уларға ҙур автобустарҙың тәүге партияларын тапшырҙыҡ та инде. Бөгөн — 110, киләһе аҙнала тағы ла 100 автобус бирәбеҙ. Дөйөм алғанда, яҡынса 550 автобус. Был халыҡ өсөн ҡыуанысла ваҡиға. Бөгөн 16 Өфө пассажир автотранспорт предприятиеһы автобуслы була», — тине Радий Хәбиров, журналистарҙың һорауҙарына яуап биреп.
Республика етәксеһе район пассажирҙар ташыу идаралыҡтары етәкселәренә автобус асҡыстары тапшырҙы. У шулай уҡ Башҡортостан кеүек ҙур республиканың пассажирҙар ташыу буйынса үҙенең дәүләт компанияһы булырға тейешлеген билдәләне. Радий Хәбиров компанияны һаҡлап ҡалыу өсөн көс һалғандарҙың барыһына ла рәхмәт белдерҙе һәм бөгөн уның аяҡҡа баҫа башлауын әйтте.
Әле 10 район үҙәгендә — Асҡарҙа, Баҡалыла, Үрге Йәркәйҙә, Дәүләкәндә, Яңы Балаҡатайҙа, Ҡырғыҙ-Миәкәлә, Раевкала, Иҫке Собханғолда, Николо-Березовкала, Йәрмәкәйҙә ошондай бәйләнеш юҡ.
«Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһы ағымдағы йылда бөтәһе 527 яңы автобусҡа эйә була. Уларҙың күпселеге быйыл уҡ алынырға тейеш.
Белешмә. «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһы составына 16 автотранспорт предприятиеһы ҡарай. Улар — Баймаҡ, Бәләбәй, Бөрө, Дүртөйлө, Красноусол, Мәләүез, Мәсәғүт, Нефтекама, Октябрьский, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Учалы, Өфө пассажир автотранспорт предприятиеһы-1, Өфө пассажир автотранспорт предприятиеһы -3.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика