07:39 (UTC+5), 08 Августа 2019

Республикала 57 мең ауыл кешеһе пенсияһына арттырылған өҫтәмә түләү ала

Валерий Шахов
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 8 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостанда 57,1 меңдән ашыу ауыл кешеһе страховка пенсияһына арттырылған түләү ала, тип хәбәр итте Пенсия фондының республика бүлексәһе идарасыһы Фоат Хантимеров.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, ауыл хужалығында 30 йылдан да кәмерәк эшләмәгән, бөгөнгө көндә хаҡлы ялда булған һәм ауыл ерендә йәшәгән пенсионерҙар страховка пенсияһына билдәләнгән түләүҙе 25% арттырыу хоҡуғына эйә.
Июнь аҙағында Рәсәй Хөкүмәте ҡарары менән ҡартлыҡ йәки инвалидлыҡ буйынса страховка пенсияһына арттырылған түләүгә хоҡуҡ биргән ауыл хужалығы һөнәрҙәре, производстволары исемлеге киңәйтелде. Уны ауыл хужалығы техникаһын һәм етештереү ҡорамалдарын хеҙмәтләндереү, йүнәтеү, шул иҫәптән ауыл хужалығының етештереү объекттарын һаҡлау менән бәйле һөнәрҙәр тулыландырҙы. Бынан тыш, исемлеккә ауыл хужалығы тауарҙарын етештергән шәхси эшҡыуарҙар индерелде.
«Ошо өҫтәмәләргә бәйле Пенсия фонды идаралыҡтарында пенсия түләү эштәре материалдары буйынса 2019 йылдың 1 ғинуарынан түләүҙе ғаризаһыҙ арттырыу мөмкин булған кешеләрҙе асыҡлау эше башҡарылды. Пенсионер теләһә ниндәй ваҡытта арттырылған түләүгә хоҡуғын раҫлаған өҫтәмә документтар тапшырырға мөмкин. 2019 йылдың аҙағына тиклем мөрәжәғәт иткәндә ҡабаттан иҫәпләү эштәре ошо йылдың 1 ғинуарынан башҡарыла», — тине Фоат Хантимеров.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика