10:31 (UTC+5), 08 Августа 2019

Радий Хәбиров: 2024 йылға республика 3,7 миллион квадрат метр төҙөргә тейеш

Валерий Шахов
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 8 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Төҙөүселәр көнө алдынан төбәктең төҙөлөш комплексында эшләгән 46 хеҙмәткәрҙең һөнәри ҡаҙаныштары ордендар, маҡтаулы билдәләр, почет грамоталары һәм исемдәр менән билдәләнде.
Тантананы асып, Радий Хәбиров Башҡортостандың илдә үҙенең ҡеүәтле төҙөлөш комплексы менән дан тотоуын әйтте. Тармаҡта 70 меңдән ашыу кеше эшләй.
«Бөтәгеҙ ҙә – үҙ эшегеҙҙең оҫталары. Һеҙ ғәҙел рәүештә бөгөнгө наградаларға лайыҡ булдығыҙ. Ошо матурлыҡ һәм уңайлыҡ, йылы, күркәм йорттар өсөн һеҙгә рәхмәт әйткем килә. Башҡортостандың ғорурлығы булып торған, республика өсөн мөһим проекттар өсөн», — тип билдәләне республика етәксеһе.
Уның һүҙҙәренсә, быйыл төбәктә төҙөлөш темпы бер аҙ яҡшырған, ләкин күберәк төҙөргә кәрәк.
«Белеүегеҙсә, Президентыбыҙ Владимир Владимирович Путиндың башланғысы буйынса тормошҡа ашырылған милли проектҡа ярашлы, 2024 йылға 3,7 миллион квадрат метр төҙөргә тейешбеҙ. Әле 2 миллион квадрат метрҙан саҡ ҡына күберәк төҙөйбөҙ. Шуға күрә беҙҙең алда бик ҙур, берҙәм эш тора. Ошо бурыстарҙы атҡарып сыға алыуыбыҙға һис шигем юҡ.
Төҙөлөш блогына матур һәм сифатлы төҙөй башлағаны өсөн айырым рәхмәт. Райондар буйлап йөрөгәндә яңы мәктәптәр әллә ҡайҙан күренеп тора – матур, төрлө төҫтә, балаларға уҡырға барыуы ла күңелле. Кисә Дүртөйлөлә булып ҡайттым, һәйбәт поликлиника һалына, ноябрҙә файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана. Туймазыла ла поликлиника бик матур», — тине Радий Хәбиров дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһында.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика