09:26 (UTC+5), 07 Августа 2019

Республика аудиторҙары халыҡтың автомобиль юлдары тураһында фекерен белергә теләй

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 7 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостандың Контроль-иҫәп палатаһы республика халҡының автомобиль юлдары хаҡында фекере менән ҡыҙыҡһына. Контроль-иҫәп палатаһында белдереүҙәренсә, ведомство бындай һорауламаны тәүге тапҡыр үткәрә. Уның төп маҡсаты — республикала йәшәүселәрҙең төбәк, муниципаль-ара һәм урындағы әһәмиәттәге автомобиль юлдарының сифаты тураһында фекерен асыҡлау.
Һорауҙарға яуап биреү аноним, ул Башҡортостандың Юл фонды аудиты сиктәрендә уҙғарыла. Һөҙөмтәләр дөйөмләштерелеп файҙаланыла һәм контроль сараһының йомғаҡлау материалдарында бирелә.
Һораулама 2019 йылдың 5 авгусынан 18-енә тиклем Башҡортостан Республикаһы Контроль-иҫәп палатаһының рәсми сайтында үткәрелә.
«Һеҙҙең фекерегеҙ беҙҙең өсөн бик мөһим һәм республикала юл эшмәкәрлеген тәьмин итеү эшен һөҙөмтәлерәк итергә ярҙам итәсәк», — тип билдәләй Башҡортостан Республикаһы Контроль-иҫәп палатаһы аудиторҙары.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика