07:41 (UTC+5), 07 Августа 2019

Радий Хәбиров Дүртөйлө районында тоҡомсолоҡ заводындағы хәл-торош менән танышты

автор
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 7 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбировтың Дүртөйлө районына эш сәфәре саф тоҡомло эре малдарҙы үрсетеүгә һәм юғары продуктлы ауыл хужалығы культураларын үҫтереүгә махсуслашҡан Ленин исемендәге тоҡомсолоғ заводы менән танышыуҙан башланды.
Тоҡомсолоҡ заводының генераль директоры Альберт Дәүләтбаев һүҙҙәренсә, хужалыҡтың ауыл хужалығы биләмәләре майҙаны 9,5 мең гектар тәшкил итә. Эре малдар һаны — 2,3 мең баш, шул иҫәптән 1 500-ҙән ашыуы — һөт йүнәлешле. Һөт һәм малсылыҡ продукцияһын етештереү йылдан-йыл арта, быйыл байтаҡ күрһәткестәр буйынса үҫеш — яҡынса 10%. Йыл һайын хужалыҡтың автомобиль, трактор паркы яңыртыла, малсылыҡ фермаларына капиталь ремонт үткәрелә. Льготалы кредит һәм республика субсидиялары ярҙамы менән һимертеү майҙансығы һәм йәш малдар өсөн корпус төҙөкләндерелгән. Шулай уҡ һыйыр һауыу залы өсөн яңы ҡорамал һатып алынған.
Радий Хәбиров хужалыҡтың әлеге ваҡытта арпа йыйыу эштәре барған баҫыуын ҡарап сыҡты, хужалыҡ етәкселеге һәм механизаторҙар менән аралашҡанда эш шарттары һәм хеҙмәт хаҡы менән ҡыҙыҡһынды. Тәүге ярты йыллыҡ йомғаҡтары буйынса, тоҡомсолоҡ заводы буйынса уртаса эш хаҡы 24,5 мең һум тәшкил иткән.
Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Салауат Ислакаев журналистар менән аралашҡанда һауа шарттарының урып-йыйыу эштәренә ҡамасаулауын билдәләне. Бөгөнгә 40 мең сәсеүлек майҙандарының 10% уңыш йыйып алынған.
«Быйыл беҙҙә ужымдың 45% һәләк булды, уларҙы яҙғы культуралар менән ҡапларға тура килде. Уңыш бар, техника 100 процентҡа әҙер, көндәр генә аяҙ торһон», — тине Салауат Ислакаев.
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика