04:17 (UTC+5), 07 Августа 2019

«Башҡортостан» нәшриәте бөлгөнлөк процедураһынан сығарылған һәм табышлыға әйләнә бара

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 7 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Арбитраж судының 6 августағы ҡарары менән «Башҡортостан» нәшриәтенең бөлгөнлөк процедураһы туҡтатылған. Предприятие финанс яҡтан тотороҡлоға һәм тыбышлыға әйләнә бара, тип хәбәр итте «Башинформ»ға республиканың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры вазифаһын башҡарыусы Олег Полстовалов.
«Радий Фәрит улы Хәбировтың ҡушыуы буйынса, уҙған йылдың октябренән алып ошо мәсьәлә менән шөғөлләндек, — тип һөйләй Полстовалов. — Шул айҙар эсендә нәшриәт йортоноң төп кредиторы — ВТБ банкы менән ауыр һөйләшеүҙәр булды, Төбәк фонды иҫәбенә бурысты һатып алыу эштәре, коллектив менән эш алып барылды, залог тәьминәте менән мәсьәлә хәл ителде. Бик күп суд процестары үтте. Хәҙер беҙ бөлгөнлөк процедураһы туҡтатылған һәм предприятиеның киләсәге яҡты тип ҡыйыу рәүештә әйтә алабыҙ».
Министр вазифаһын башҡарыусы әйтеүенсә, ВТБ менән һөйләшеүҙәр барышында 80 миллион һумлыҡ бурыс дисконтланған, республика «Төбәк фонды» аша нәшриәттең төп кредиторына әүерелгән. Шулай итеп, предприятиены кризистан сығарыу тамамланған, яңы етәкселек тәғәйенләү һәм табышлы эшләй башлау бурысы тора.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика