15:31 (UTC+5), 06 Августа 2019

Башҡортостанда 2018 йылда 6800 килограмм алтын сығарғандар

ӨФӨ, 2019 йыл, 6 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Башҡортостанда 2018 йылда 6,8 тонна алтын һәм 41,6 килограмм бөртөклө ҡиммәтле металл сығарғандар. Экология министрлығының тәбиғәт ресурстары һәм тирә-яҡ мөхит торошо тураһында дәүләт докладында ошо хаҡта хәбәр ителә.
Башҡортостанда 321 ҡаты файҙалы ҡаҙылмалар ятҡылығы, 264 — мәғдән, 67 мәғдән булмаған ятҡылыҡтар теркәлгән.
Былтыр 4,1 миллион тонна баҡырлы мәғдән, 69,7 тонна көмөш, 3 миллион тонна аш тоҙо, химик етештереү өсөн 2,5 миллион тонна эзбиз, цемент етештереү өсөн 1,8 миллион тонна, 385 мең тонна гипс, 441 мең тонна балсыҡ, 103 мең кубометр гранит, 12 мең тонна тальк сығарылған.
2019 йылдың 1 ғинуарына ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, 209 нефть һәм газ ятҡылығы теркәлгән. 2018 йылда «Башнефть», «Лукойл-Пермь», «Ингеохолдинг» сеймал сығарыу менән шөғөлләнгән. Ер аҫтынан 16,1 миллион тонна нефть сығарылған.
«Башнефть» компанияһының төп табыш күләме — 15,8 миллион тонна. Ҡалдыҡ запастар — 443 миллион тонна. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, ошондай күләмдә сығарғанда, нефть 27 йылға етергә тейеш.
Башҡортостанда һоро күмерҙең запасы 250 миллион тоннанан ашыу тәшкил итә. Көньяҡ Көйөргәҙе, Көйөргәҙе, Кривлев, Маяҡ һәм Бабай ятҡылыҡтары эшләй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика