11:19 (UTC+5), 05 Августа 2019

Ресурстар мал аҙығын тейешле күләмдә әҙерләргә мөмкинлек бирә – Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы башлығы

Башҡортостан Башлығы сайты
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 5 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Республикала булған ресурстар мал аҙығын тейешле күләмдә әҙерләргә мөмкинлек бирә. Башҡортостан Республикаһы вице-премьеры – ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәзрахманов Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә ошо хаҡта хәбәр итте. Ведомство башлығы һүҙҙәренсә, быйыл Башҡортостан аграрийҙарына һәр шартлы баш малға 28 центнер мал аҙығы иҫәбенән 770 мең тонна бесән, 1,6 миллион тонна сенаж һәм 1,2 миллион тонна силос әҙерләргә кәрәк.
Мал аҙығы эштәре барышы тураһында һөйләгәндә, Илшат Фәзрахманов күп йыллыҡ үләндәрҙең беренсе сабымы йыйылғанын, икенсеһе өлгөрөп килгәнен әйтте. Көндәрҙең эҫе тороуы сәбәпле беренсе сабымдың үләндәр япмаһы уртаса күп йыллыҡ күрһәткестәрҙән 35-40 процентҡа аҙыраҡ булған.
Әле 142 мең гектарҙан ашыу майҙанда бер йыллыҡ үләндәр сәсеүлектәрендә һәм тәбиғи сабынлыҡтарҙа мал аҙығын әҙерләү бара. Урал алды дала һәм Көньяҡ урман-дала зонаһы хужалыҡтарында 57 мең гектарҙан күберәк майҙанда силосҡа сәселгән кукуруздан һәйбәт уңыш көтөлә. Бынан тыш, былтырғы мал аҙығы ла бар.
Бөгөнгә бөтә мал аҙыҡтарының 86 проценты һәм беренсе сабым күп йыллыҡ үләндәрҙең 97 проценты сабылған. Һәр шартлы баш малға 15 центнер мал аҙығы әҙерләнгән.
Вице-премьер вазифаһын башҡарыусы билдәләүенсә, ҡайһы бер райондарҙа, тәү сиратта Урал аръяғында, һауа шарттары арҡаһында мал аҙығын әҙерләү буйынса хәл көсөргәнешле ҡала. Ауыл хужалығы предприятиеларын һәм шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙы мал аҙығы менән тәьмин итеү өсөн уны күрше райондарҙан килтереү мәсьәләһе өйрәнелә, райондарҙа һәм уларҙан ситтә МТС көстәре менән һалам әҙерләү өсөн заявкалар төҙөлә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика