08:46 (UTC+5), 02 Августа 2019

Республикала йәшәүселәр почта бүлексәләрендә 1500-ҙән ашыу «Алға» транспорт картаһын һатып алған

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 2 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостанда йәшәүселәр «Рәсәй почтаһы» бүлексәләрендә 1500-ҙән ашыу «Алға» транспорт картаһын һатып алған.
«1 июлдән почта бүлексәләрендә «Алға» карталары һатыла башланы. Хәҙер уны Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында «Рәсәй почтаһы» бүлексәләрендә һатып алырға мөмкин. Тиҙҙән уларға Салауат та өҫтәлә. Артабан карталар, проекттың географияһы киңәйеүенә ҡарап, башҡа бүлексәләрҙә лә булырға тейеш», — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Башҡортостандың федераль почта идаралығы директоры Ирек Ғәлимов.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 1 августан «Алға» транспорт картаһын почта бүлексәләрендә лә тулыландырырға мөмкин.
Был осраҡта бер ниндәй ҙә өҫтәмә комиссиялар алынмай. Аҡса онлайн режимында күсерелә. Яңы сервис Башҡортостанда урынлашҡан «Рәсәй почтаһы»ның теләһә ниндәй 1280 бүлексәһендә эшләй.
Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса 1 июлдән Башҡортостанда «Алға» берҙәм транспорт картаһын индереү проекты башланды.
Транспорт картаһы 50 һум тора. Халыҡтың льготалы категориялары өсөн барлыҡ льготалар һаҡлана.
Мобиль ҡушымта пассажирҙарға уңайлы ярҙамсы булырға тейеш. Ул тулыһынса әҙер һәм 1 сентябрҙән эшләй башлай.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика