11:29 (UTC+5), 02 Август 2019

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы мелиорацияға 60 миллион һумдан ашыу тотонорға әҙер

agri-news.ru
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 2 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостанда мелиорацияны үҫтереүгә ағымдағы йылда 60 миллион һумдан ашыу бүленгән (35,2 миллионы — федераль, 30 миллионы республика ҡаҙналарынан). Ошо суммаға 620 гектар ергә һуғарыу системаларын ҡуйыу күҙ уңында тотола. Ауыл хужалығы предприятиеларының сығымдары 70% күләмендә субсидиялана. Был хаҡта Ауыл хужалығы министрлығында белдерҙеләр. Белгестәр республиканың төньяғы, төньяҡ-көнсығышы һәм төньяҡ-көнбайышы ғына өҫтәмә һуғарыуға мохтаж түгеллеген билдәләне.
Иң заманса һуғарыу системаларының береһе Ейәнсура районында «А7 Агро-РБ» компанияһы биләмәһендә ҡуйылған. Предприятие ошо маҡсатҡа 40 миллион субсидия алған. Сығымдарҙы ҡаплау килешеүенә ярашлы, компания экспортҡа эшләргә тейеш. «А7 Агро» сит илгә соя, кукуруз оҙатырға ниәтләй.
Рәсәйҙә яһалма һуғарыу майҙандарҙың 8% ҡулланыла. Сағыштырыу өсөн: Ҡытайҙа — 55%, АҠШ-та — 40%.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика