12:08 (UTC+5), 01 Августа 2019

Стәрлетамаҡта һәм Салауатта «Алға» транспорт картаһы ҡулланыла башланы

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 1 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 1 августан Стәрлетамаҡта һәм Салауатта «Алға» транспорт картаһы эшләй башланы, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетынан. Стәрлетамаҡ башлығы урынбаҫары Юрий Трот әйтеүенсә, проектҡа «Башавтотранс» ҡушылған, муниципаль троллейбус идаралығы терминалдар менән 70% тәьмин ителгән, дүрт шәхси компания менән килешеүҙәр төҙөлгән.
«Һаҡлыҡ банкы»ның Стәрлетамаҡтағы 13 офисы ла картаны тулыландырыу хеҙмәтен күрһәтә. Уға түләү терминалдарында һәм «Һаҡлыҡ банкы Онлайн» ҡушымтаһында ла аҡса һалырға була. «Автоматик түләү тоташтырырға мөмкин. Картанан аҡсаны күсерер алдынан хужаһына түләүҙең суммаһы яҙылған SMS-хәбәр килә. Кәрәк икән, 900 номерына түләүҙең кодын ебәреп, операциянан баш тартырға ярай», — тине «Һаҡлыҡ банкы»ның төбәк директоры Игорь Кузнецов.
Бынан тыш, тарнспорт картаһын «Рәсәй почтаһы» бүлексәләрендә тулыландырырға мөмкин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика