13:24 (UTC+5), 31 Июля 2019

«Башавтотранс» паркы яңы 50 автобусҡа артты

Башҡортостандың Транспорт буйынса дәүләт комитеты
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2019 йыл, 31 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. «Башавтотранс» дәүләт ташыусыһына Өфөнө хеҙмәтләндереү өсөн 50 бәләкәй Ford Transit автобустарын тапшырҙылар. Был машрут автобустары кондиционер, GPS/ГЛОНАСС навигация системалары, тахограф, иғлан әйтеү информаторы менән йыһазландырылған.
Транспорт буйынса дәүләт комитетында хәбәр итеүҙәренсә, машиналар әле техник тикшереү һәм рәсми ҡабул итеү процедуралары үтә.
Компания паркын яңыртыу төбәк Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың йөкләмәһе сиктәрендә дауам итә. Ҙур форматлы 20 «НефАЗ» автобустары баш ҡалаға 15 июлдә килде. Был аҙнала тағы алты яңы ҙур автобус рейсҡа сыҡты. Йыл аҙағына тиклем төрлө ҙурлыҡтағы тағы 350 автобус һатып алынасаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика