05:07 (UTC+5), 30 Июль 2019

Өфөлә «Еләкле силәк» йәрминкәһендә 2 тонна төрлө еләк һатҡандар

Ғәлиә Нәбиева
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 30 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Өфөлә уҙған икенсе «Еләкле силәк» йәрминкәһендә 2 тоннаға яҡын төрлө еләк-емеш һатҡандар.
Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, өфөләргә Башҡортостандың 17 районынан килтерелгән һутлы еләк тәҡдим иткәндәр. Улар араһында – Архангел, Баймаҡ, Өфө, Бөрө, Благовар, Дәүләкән, Дүртөйлө, Мишкә, Туймазы, Ҡырмыҫҡалы, Саҡмағош.
Йәрминкәгә бөтәһе 1,5 меңдән ашыу кеше килгән.
Иң ҡиммәтлеһе – ер еләге, уның бер килограмы 350-500 һумға төшкән.
Иң арзаны – сейә, бер килограмы – 150-200 һум.
Ҡарағаттың бер килограмы 250-300 һумға һатып алғандар. «Еләкле силәк»тә бер килограмм ҡурай еләген 300-350 һумға баһалағандар.
Йәрминкәлә иң күбе ҡурай еләге һатылған – 0,9 тонна. Ер еләге менән сейәгә – 0,4 тонна, ҡарағатҡа 0,3 тонна тура килгән.
Еләктән тыш, өфөләргә йәшелсә-емеш һәм бал тәҡдим ителгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика