13:40 (UTC+5), 30 Июль 2019

Быйыл Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта 760 миллион һумға ете яңы юл төҙөлә

domofoto.ru
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2019 йыл, 30 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.Төбәктәге ҙур ҡалаларҙа ете яңы юл төҙөлә, тип хәбәр итте хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Марат Әхмәҙуллин. Был объекттар төҙөлөшө 671,3 миллион һум күләмендә «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проекты аҡсаһына финанслана, республика бюджеты 91,5 миллион һум өҫтәгән.
Әлегә алты килешеү төҙөлгән. Етенсеһе – Өфөләге Инорс биҫтәһендә (Шолохов урамынан Сельская Богородская урамына тиклем) Мушников урамы төҙөлөшөн дауам итеүгә сметаның артыҡ иҫәпләнеүе сәбәпле төҙөлмәгән.
Өфөлә Глумилин биҫтәһендә - Рудольф Нуриев, Сипайловола – Глумилин, Затонда Летчиков урамдарының дауамын һалалар.
Стәрлетамаҡта Көнбайыш биҫтәһендә Төҙөүселәрҙән Магистралгә тиклем Октябрь проспектындағы юлды; Ҡаранай Моратов урамынан Раевка трактына сығыу менән 3-сө урам буйынса юлды; Төҙөүселәрҙән Магистралгә тиклем участкала Октябрь проспектында бульварҙы төҙөйҙәр.
Контрактҡа ярашлы, эштәр ағымдағы йыл аҙағынаса тамамланырға тейеш.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика