09:40 (UTC+5), 30 Июля 2019

Башҡортостанда тиҙ ярҙам хеҙмәте өсөн 345 планшет компьютеры һатып алына

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 30 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Башҡортостанда тиҙ ярҙам хеҙмәте өсөн 345 планшет компьютеры һатып алына. Тендер тураһында мәғлүмәт дәүләт һатып алыуҙары сайтында баҫылған.
Планшеттар телефон функцияларын үтәргә, 7.1-ҙән кәм булмаған версиялы Android операция системаһында эшләргә тейеш. Килешеүҙең максималь хаҡы — 19,1 миллион һум, заказсы тәҡдим иткән бер планшеттың хаҡы — 55 мең һум. Һатып алыу Башҡортостан ҡаҙнаһынан финансланырға тейеш.
«Тиҙ ярҙам хеҙмәте өсөн «Ашығыс ярҙам бригадаһы башлығы» ҡушымтаһы эшләй, планшет компьютерҙары медицина персоналының Республика медицина мәғлүмәт-аналитика системаһына инеүе өсөн кәрәк», — тиелә тендерға аңлатмалы яҙыуҙа.
Контракт 2019 йылдың 1 декабренә тиклем үтәлергә тейеш.
Ашығыс ярҙам бригадаһын берҙәм система аша тиҙ генә полиция хеҙмәткәрҙәрен саҡыртыу мөмкинлеге ҡаралған мобиль планшеттар менән йыһазландырыу планы хаҡында быйыл яҙ белдергәйнеләр.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика