05:28 (UTC+5), 29 Июль 2019

Яңы Булгаковта тағы бер проблемалы йорт файҙаланыуға тапшырылды

Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 29 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Яңы Булгаков торлаҡ комплексында 36 ғаиләгә иҫәпләнгән 32 литер Б йорто файҙаланыуға тапшырылды. Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты уны июль аҙағына сафҡа индерергә вәғәҙә биргәйне. Ведомствола билдәләүҙәренсә, йәшәүселәргә һәм төҙөүсегә күсенгәнсе йылытыу, һыу менән тәьмин итеү мәсьәләләрен хәл итергә кәрәк. «Әлеге ваҡытта инженер системалары йыйылған. Йортта йәшәүселәр шәхси иҫәп асҡандан һәм өй эсендә газ хужалығы килешеүҙәрен төҙөгәндән һуң газ биреү күҙаллана. Шәхси иҫәп өлөшсөләр торлаҡҡа милек хоҡуғын теркәгәс асыла. Йортҡа йылы бирелгәс, һыу тәьминәте эшләй башлай», — тип белдерҙеләр Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетында.
30 июндә 36 ғаилә 15-се кварталдың 10-сы йортонан фатир асҡыстарын алды. Яңы Булгаковта тағы дүрт йортто тапшырырға кәрәк, уларҙы йыл аҙағына тиклем төҙөп бөтөү күҙаллана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика