09:28 (UTC+5), 29 Июля 2019

Республикала ваҡлап һатыуҙа уртаса эш хаҡы - 26 мең һум

depositphotos.com
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 29 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостанда ваҡлап һатыу хеҙмәткәрҙәренең уртаса эш хаҡы аталды. HeadHunter рекрутинг порталы мәғлүмәттәре буйынса, тәүге ярты йыллыҡта ретейлерҙар унда 7 мең самаһы вакансия урынлаштырған. Осраҡтарҙың яртыһында эш биреүселәр хеҙмәткәрҙе тәжрибәһеҙ ҙә алырға риза.
Тәҡдимдәрҙең өстән ике өлөшө тап һатыусыларға ҡағыла, шулай уҡ транспорт һәм логистика өлкәләренән дәғүә итеүселәр (10%), эшсе персонал (6%), бухгалтерҙар һәм финансистар (6%), производственниктар (5%) төбәктең сауҙа компанияларында һорау менән файҙаланған.
«Люди в цифрах» проекты аналитикаһы буйынса, 2019 йылда Башҡортостанда ваҡлап сауҙа итеү тармағында тәҡдим ителгән уртаса килем 26 мең һум тәшкил итә. Кассирҙарға тәҡдим ителгән уртаса хеҙмәт хаҡы — 19 мең һум, һатыусыларға — 21 мең, мерчендайзерҙарға — 20 мең, келәттә эшләүселәргә — 27,5 мең, водителдәргә — 30 мең, маркетологтарға — 35 мең, программистарға — 70 мең һум.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика