18:40 (UTC+5), 29 Июля 2019

Өфөлә мәктәп туҡланыу операторҙарын берләштереләр, ата-әсәләргә ҡалған аҡсаларын алырға кәрәк

Өфө хакимиәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2019 йыл, 29 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.Өфөлә мәктәп туҡланыуы операторҙарын берләштерәләр, тип хәбәр иттеләр ҡала хакимиәтендә. «Мәктәп һәм балалар туҡланыуы үҙәге» муниципаль унитар предприятиеһы һәм «Спектр» мәктәп һәм балалар туҡланыуы комбинаты» муниципаль унитар предприятиеһы үҙ эшмәкәрлеген «Балалар һәм диетик туҡланыуы үҙәге» муниципаль автономлы учреждениеһының берҙәм структураһында дауам итәсәк. Әлеге мәлдә берҙәм меню төҙөлгән, һауыт-һаба һәм аҙыҡ-түлек блогы хеҙмәткәрҙәре өсөн махсус кейем һатып алынған.
Туҡланыу карточкаларында ҡалған аҡсаны ҡайтарыу өсөн ата-әсәләргә йәки законлы вәкилдәргә үҙҙәренең элекке операторҙарына мөрәжәғәт итергә кәрәк. «Мәктәп һәм балалар туҡланыуы үҙәге» муниципаль унитар предприятиеһы Әй урамы, 71 адресы буйынса урынлашҡан, телефоны. 8 (347) 253-71-85, директоры Шафиҡов Рәмил Рәшит улы, эш көндәрендә иртәнге 8-ҙән киске 8-гә тиклем, шәмбе иртәнге 9-ҙән 3-кә тиклем эшләй.
«Спектр» мәктәп һәм балалар туҡланыу комбинаты» муниципаль унитар предприятиеһы Ульянов урамы, 71 адресы буйынса урынлашҡан, телефоны. 8 (347) 264-64-41, директор вазифаһын башҡарыусы Морозова Елена Сергеевна, дүшәмбе, шаршамбы, йома 8-ҙән 6-ға тиклем, шишәмбе һәс кесе йома 8-ҙән киске 8-гә тиклем, шәмбе 9-ҙән 3-кә ҡәҙәр эшләй.
Ҡалған аҡсаны ҡайтарыуға ғаризаға паспорт, баланың тыуыу тураһында таныҡлығы күсермәләрен һәм банк реквизиттары менән белешмәне беркетергә кәрәк. Өҫтәмә мәғлүмәтте баш ҡала хакимиәтенең Мәғариф идаралығында 8 (347) 248-81-33 телефоны буйынса алырға мөмкин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика