08:07 (UTC+5), 29 Июль 2019

Башҡортостанда төҙөкләндереү эштәренә тикшереүҙән һуң ғына түләнә – Хәбиров

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 29 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Хәҙер муниципалитеттар подрядсыларҙың ихата биләмәләрен төҙөкләндереү эштәренә республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы тикшереүенән һуң ғына түләй. Ошо хаҡта республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров белдерҙе.
Бындай белдереүгә Дәүләкәндә ихаталарҙы төҙөкләндереү эштәрен башҡарыу сәбәпсе булды. К.Маркс урамындағы 6-сы йортта йәшәүселәрҙе подъездан сыҡҡас та 20 сантиметрлыҡ бордюр «көтә», ул инвалид коляскаһында подъезға инеү-сығыу өсөн эшләнгән, күрәһең.
«Был кешеләрҙе мыҫҡыл итеү итеү тип әйтергә мөмкин. Подъездан сыҡҡан кеше шунда уҡ 20 сантиметр бейеклектәге бордюрға барып терәлә. Ошондай факттар муниципалитет башлыҡтарының әле алып барылған төҙөкләндереү эшен етди ҡабул итмәй тип уйларға мәжбүр итә», — тип билдәләне Радий Хәбиров.
Уның һүҙҙәренсә, ошо көндән муниципалитеттар «беҙҙең программалар буйынса эштәргә Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы тикшереү үткәргәндән һуң ғына аҡса түләй».
«Тиҙҙән һеҙ нисек түләүегеҙ тураһында регламент алырһығыҙ, — тип мөрәжәғәт итте республика етәксеһе район башлыҡтарына. — Шундай хәл артабан да дауам итһә, уйлап тормайынса һеҙҙең менән хушлашам. Эшләргә өйрәнергә кәәрк. Былай эш бармай».
Радий Хәбиров билдәләүенсә, киләһе йылға бюджетты формалаштырыу ҡәнәғәтләнерлек бара, һәм ул ихаталарҙы һәм парктарҙы төҙөкләндереү өсөн бүленгән аҡса күләмен арттырыу өсөн сығыш яһай.
«Ихаталарҙы төҙөкләндереү ҙә — фәҡирлеккә ҡаршы көрәш. Был барыһы бергә халыҡтың уңайлы йәшәүен билдәләй. 2024 йылға тиклем бөтә ихаталарҙа тәртип урынлаштырырға, ә бының өсөн хәҙер беҙгә нимә эшләргә кәрәклеген яҡшы аңларға тейешбеҙ», — тип йомғаҡ яһаны республика етәксеһе.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика