05:17 (UTC+5), 26 Июля 2019

Быйыл республика һаулыҡ һаҡлауға милли проект сиктәрендә 5 миллиард һум тотона

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Азат Ғиззәтуллин
ӨФӨ, 2019 йыл, 26 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/.2019 йылда республика «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектын ғәмәлгә ашырыуға 5 миллиард һум тотона. Республика бюджеты иҫәбенә авария хәлендәге 15 фельдшер-акушер пунктын алмаштырыу күҙаллана. Тағы дүрт ФАП федераль аҡса иҫәбенә алына. Ҡан тамырҙары бүлексәләрен ҡайтанан йыһазландырыу өсөн 300 миллион һумдан ашыуға һигеҙ контракт төҙөлгән. Медицина учреждениелары ҡорамалдар менән тәьмин ителә. Республиканың онкология бүлексәләре 257 миллион һумға ҡорамалдар ала.
«Был аҙнала Республика онкология диспансерына яңы маммограф килде. Балалар онкология үҙәге төҙөү өсөн проект-смета документтары әҙерләнә. Туймазы һәм Дүртөйлө ҡалаларында ике поликлиника төҙөлөшө, 18 балалар поликлиникаһы капиталь ремонты тамамлана», — тине «Һаулыҡ һаҡлау сәғәте»ндә һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин.
Ведомство башлығы һүҙҙәренсә, дәүләт медицина ойошмалары өсөн табиптарға һәм урта медицина хеҙмәткәрҙәренә ихтыяж 1150 кеше тәшкил итә. 2018 йылдың октябренән 2019 йылдың майына ҡәҙәр табиптар һаны 230 кешегә артҡан. Башҡорт дәүләт медицина университетын һәм ординатура программаларын тамамлаусы алты һөнәр буйынса бөтәһе 1226 белгес бүленгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика