Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.29
+0.04
99.56
+0.2
88.5
+0.04
17+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
26 Июль 2019, 10:50

Башҡортостан делегацияһы хөкүмәт-ара Рәсәй-Төркиә комиссияһында ҡатнаша

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2019 йыл, 26 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.Башҡортостан делегацияһы сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлек буйынса XVI Ҡатнаш хөкүмәт-ара Рәсәй-Төркиә комиссияһы ултырышында ҡатнаша, тип хәбәр итә республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.
Ултырыш Анталья ҡалаһында уҙа, унда Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Илшат Тажитдинов етәкселегендә Башҡортостандың рәсми делегацияһы ҡатнаша.
25 июлдә Илшат Тажитдинов Төркиә Республикаһында Рәсәй Федерацияһының сауҙа вәкиле Айҙар Ғашиғуллин менән осрашты. Осрашыу барышында Башҡортостан менән Төркиәнең хеҙмәттәшлек мәсьәләләре тикшерелде. Рәсми һәм эшлекле кимәлдәрҙә мөнәсәбәттәрҙең ыңғай динамикаһы билдәләнде.
«Әлеге ваҡытта Башҡортостанда биш йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе эшләй, уларҙа инвесторҙарға бизнес үҫеше өсөн льготалы шарттар тәҡдим ителгән», – тип айырып әйтте Илшат Тажитдинов һәм Төркиә компанияларына ошо биләмәләрҙә резидент булыу мөмкинлеген ҡарарға тәҡдим итте.
Төркиә баҙарына сыҡҡанда республика предприятиеларына ярҙам мәсьәләләре лә ҡуҙғатылды.
«Бында сауҙа вәкиллеге, Төркиәлә Рәсәй экспорт үҙәге бүлексәһе йүнәлешенән дә эшләргә була. Шулай уҡ Башҡортостандың эшлекле даирәһен Төркиә биләмәһендә уҙғарылған конгресс-күргәҙмә сараларында әүҙем ҡатнашырға саҡырам», – тип билдәләне Айҙар Ғашиғуллин.
Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса Төркиәлә Башҡортостан Республикаһы Вәкиллеген асыу буйынса эш алып барыла, ул 2019 йылда эшләй башларға тейеш, тип билдәләне Башҡортостан делегацияһы етәксеһе.
26 июлдә делегация үҙ эшен Рәсәй-Төркиә һәм Төркиә-Рәсәй эшлекле советтарының берләштерелгән ултырыштарында дауам итә. Был сараларҙа сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлек буйынса Ҡатнаш хөкүмәт-ара Рәсәй-Төркиә комиссияһы рәйестәштәре – Рәсәй Федерацияһының энергетика министры Александр Новактың һәм Төркиәнең сауҙа министры Рухсар Пекджандың ҡатнашыуы көтөлә.
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: