05:50 (UTC+5), 25 Июля 2019

Дүрт районда ҡоролоҡ һөҙөмтәһендә ғәҙәттән тыш хәл режимы иғлан итеүҙәре мөмкин

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 25 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Киләһе аҙнала Башҡортостан хөкүмәте ҡоролоҡ һөҙөмтәһендә Хәйбулла, Көйөргәҙе, Йылайыр һәм Баймаҡ райондарында ғәҙәттән тыш хәл режимы индерергә ниәтләй. Бының турала вице-премьер — ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәйзрахмановтың һүҙҙәренә һылтанып «Интерфакс» агентлығы хәбәр итә. Ҡоролоҡ һөҙөмтәһендә сәсеүҙәр һәләк була тип 20 райондан сигнал килгән. Ә бына Хәйбулла, Көйөргәҙе, Йылайыр һәм Баймаҡ райондарында ситуация көрсөк хәленә килеп еткән, шуға күрә лә был муниципалитеттарҙа тикшереүҙән һуң ғәҙәттән тыш хәл режимы иғлан итеүҙәре мөмкин.
Агентлыҡ мәғлүмәте буйынса былтыр ғәҙәттән тыш хәл режимы 19 районда һәм Күмертау ҡалаһында индерелде. Уларҙа ҡоролоҡ, ҡыуан ел, ҡойма ямғырҙар, боҙ борсағы һәм киҫкен ел кеүек хәүефле агрометеорологик күренештәр теркәлде. Дөйөм алғанда 223 ауыл хужалығы предприятиеһының 105,6 мең гектар майҙандары һәләк булды, зыян күләме 160 миллион һум тәшкил итте. Уларға 238 млн һум компенсация ҡайтарылды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика