06:20 (UTC+5), 25 Июля 2019

Быйыл республикала иген культураларының уңышы 3 миллион тонна кимәлендә көтөлә

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте
Азат Ғиззәтуллин
ӨФӨ, 2019 йыл, 25 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/.Республикала иген уңышы уртаса күп йыллыҡ күрһәткестәрҙән юғары, 3 миллион тонна кимәлендә көтөлә, тине Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов Күгәрсен районына үткән «Баҫыу көнө» семинарында. Аграрийҙар шулай уҡ 300 мең тонна көнбағыш, 50-60-шар тонна рапс һәм гәрсис йыйырға күҙаллай. Уңышты урынлаштырыу өсөн төбәктә 2,5 миллион тонна ҡеүәткә эйә 37 элеватор, ауыл хужалығы предприятиеларының 2 миллион тонналыҡ иген һаҡлағыстары бар. Илшат Фәзрахманов яңы уңышты һатырға ашыҡмаҫҡа кәңәш итте.
«Быйыл яңы уңышты алыу йомғаҡтары буйынса иген хаҡын төшөрөү тенденцияһы юҡ, – тине ул. – Тулайым иген йыйыу буйынса лидерҙар – Краснодар һәм Ставрополь крайҙары иген йыйыу эшен тамамланы. Әммә игенгә хаҡ төшмәй. Ул элекке – былтырғынан юғары кимәлдә һаҡлана».
Республиканың ауыл хужалығы предприятиеларында 3634 иген урыу комбайны иҫәпләнә, республика буйынса бер беремеккә йөк уртаса 470 гектар тәшкил итә (норматив – 350), 2011 йылда 550 гектар ине, тип билдәләнде. Йыл аҙағынаса аграрийҙар тағы 90 яңы комбайн һатып алырға күҙаллай, ул бер йыйыу берәмегенә йөктө 460 гектарға тиклем кәметергә мөмкинлек бирә. Иген культураларын йыйыу ваҡыты уртаса 45-47 календарь көн тәшкил итәсәк.
Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә «Баҫыу көнө» 25 июлдә «Тәүәкән» ауыл хужалығы предприятиеһы базаһында уҙҙы тип һөйләнеләр. Күгәрсен районында беренсе тулы форматлы зона семинары үтте. Ҡатнашыусылар етештереү һәм һынау иген һәм техник культуралар, картуф участкаларын ҡараны, заманса техника өлгөләре менән танышты. Семинарҙа Урал алды дала зонаһында иген йыйыу кампанияһына старт бирелде.
Быйыл республика игенселәренә 1,7 миллион гектарҙа иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙы (былтырғынан 5 процентҡа аҙыраҡ) йыйыу тора, уларҙан 252 мең самаһы гектар – ужым, шулай уҡ 48 мең гектар шәкәр сөгөлдөрө һәм 396 мең гектар майлы культуралар.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика