06:43 (UTC+5), 25 Июля 2019

«Башавтотранс» ДУП-һын Надир Сәмиев етәкләне

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2019 йыл, 25 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.«Башавтотранс» ДУП-һын вазифаны биләүгә конкурс һөҙөмтәһе буйынса Надир Сәмиев етәкләне. Ошо хаҡта республиканың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. 2018 йылдың октябренән ул «Башавтотранс» ДУП-һын генераль директор вазифаһын башҡарыусы статусында етәкләне.
Надир Сәмиев 1967 йылдың 8 февралендә Балтас районының Көндәшле ауылында тыуған. Башҡорт ауыл хужалығы институтын ауыл хужалығы механизацияһы һөнәре, Көнсығыш-иҡтисади юридик гуманитар академияһын юриспруденция һөнәре буйынса тамамлаған. Комбайнер ярҙамсыһы, инженер-энергетик, Башҡорт ауыл хужалығы институты лабораторияһы мөдире, «Мирмекс» ғилми-етештереү индереү берләшмәһенең тәьмин итеү бүлеге инженеры, «Вторресурсы» муниципаль етештереү-коммерция предприятиеһы баш инженеры булып эшләгән.1996-2015 йылдарҙа Эске эштәр министрлығының Башҡортостан буйынса эске эштәр органдарында хеҙмәт иткән, Башҡортостан Эске эштәр министрлығының тыл тәьминәтен ойоштороу идаралығы етәксеһе вазифаһында полиция полковнигы дәрәжәһендә отставкаға сыҡҡан. 2015 йылдан «Башавтотранс» филиалын – 1-се Өфө пассажирҙар ташыусы автотранспорт предприятиеһын етәкләгән.
«Башавтотранс» ДУП-һы – төбәктәге иң ҙур ташыусы, 1600 самаһы төрлө класлы автобусҡа эйә. 2018 йылда дәүләт унитар преприятиеһының юғалтыуы 3,45 миллиар һум килемдә 335 миллион һум тәшкил итә, тип хәбәр итә «Коммерсант». 2020 йылдың 1 апреленә тиклем предприятиеның автопаркы яңы төрлө класлы 589 автобусҡа тулылана, уларҙан 527-һе – быйыл. Республика бюджеты был маҡсатҡа 1,2 миллиард һумдан ашыу тотона.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика