12:49 (UTC+5), 25 Июля 2019

Башҡортостанда кафе һәм ресторандар һаны арта, ярты йыл эсендә 134 яңы производство булдырылған

ӨФӨ, 2019 йыл, 25 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Төбәктең Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты коллегияһы ултырышында Башҡортостандың йәмәғәт туҡланыуы предприятиелары һаны арта тип белдерҙеләр.
2019 йылдың тәүге яртыһында республикала 134 яңы производство барлыҡҡа килгән. Ярты йыллыҡ һөҙөмтәләре буйынса йәмәғәт туҡланыуында аҡсалар әйләнеше 12,3 млрд һумға еткән. Был былтырғы шул мәл ваҡыт арауығынан 1,3 процентҡа юғары. Халыҡҡа яһалған түләүле хеҙмәттәр 16 млрд һум тәшкил иткән.
Кәңәшмәлә хәбәр итеүҙәренсә, бөгөнгә Башҡортостанда 7,2 меңдән ашыу йәмәғәт туҡланыуы предприятиеһы бар. Улар араһына барыһына ла асыҡ селтәр һәм социаль туҡланыу ойошмалары ла ингән.
Тиҙҙән республикала һөт кухнялары селтәре барлыҡҡа киләсәк. Был эш «Башҡортостанда граждандарҙы сәләмәт йәшәү рәүешенә йәлеп итеү системаһын формалаштырыу, шул иҫәптән сәләмәт туҡланыу һәм зарарлы ғәҙәттәрҙән баш тартыу” төбәк проектына буйынса уҙғарыла. Селтәр үҙенә Сибай, Октябрьский, Белорет, Нефтекама, Сәтерлетамаҡ һәм Өфө ҡалаларында һөт кухняларын берләштерәсәк. Уларҙың продукцияһы менән 26 меңгә яҡын льготалы бала тәьмин иеләсәк.
«Беҙ ҡулланыусыларға ҡулайлы шарттарҙа сифатлы һәм экологик яҡтан таҙа продукция тәҡдим итеү өҫтөндә эшләйбеҙ», — тип белдерҙе БР Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе Гүзәл Аҫылова.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика