05:10 (UTC+5), 24 Июля 2019

БР «Алексеевка» совхозы 2019 йылда 578 миллион һумға реконструкция планлаштырған

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 24 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. БР «Алексеевка» совхозы дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһы быйыл теплицаларға реконструкция үткәрәсәк һәм уларға ассимиляция яҡтылығы системаһы, тышҡы электр селтәрҙәре ҡорасаҡ. Бының турала республиканың Ауыл хужалығы министрлығы хәбәр итә.
Проекттың хаҡы 578 миллион һум тәшкил итә. Ул ике этапта башҡарыласаҡ. Тәүгеһендә 2,5 гектар майҙанлы теплица, икенсеһендә 5,31 гектарлыҡ теплица үҙгәртеп ҡороласаҡ.
Быларҙың барыһы ла производство күләмен арттырыуға, ябыҡ тупраҡ йәшелсәләре сауҙа әйләнешен арттырыуға килтерәсәк. Яңыртылған теплицалар йыл әйләнәһенә, шул иҫәптән сауҙала иң юғары хаҡ ҡуйылған мәлдә йәшелсәләр үҫтерергә, халыҡтың ҡышҡы осорҙағы һорауын ҡәнәғәтләндерергә мөмкинлек бирәсәк.
«Алексеевка» совхозы ҡаплаулы тупраҡта йәшелсә үҫтерергә махсуслашҡан. Ул ҡыяр, помидор, йәшел һуған, борос, баклажан, редис, йәшел культуралар менән республиканың район-ҡалаларын тәьмин итә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика