06:27 (UTC+5), 24 Июля 2019

Башҡортостанда тахографтар тураһында закон ҡабул ителде

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 24 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Республиканың Дәүләт Йыйылышы «тахограф» төшөнсәһен нығытыу тураһында закон ҡабул итте. Документ шулай уҡ йөк һәм пассажир ташыу менән шөғөлләнгән шәхси эшҡыуарҙарҙың һәм юридик шәхестәрҙең транспорт сараларына тахографтар ҡуйыуҙың мотлаҡ талаптарын тасуирлай. Республика парламентының матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, закон юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итә.
«Тәү сиратта был норма пассажирҙар ташыу өлкәһендә актуаль. Ни өсөн тигәндә водителдең эш талаптарын саҡ ҡына боҙоуы ла күп кеше ҡорбандарына килтереүе мөмкин. Архангель районында Татарстан туристарының фажиғәгә осрауы барыбыҙҙың да хәтерендә», — тип үҙ фекерен белдерҙе Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев.
Тахограф бер туҡтауһыҙ транспорт сараһының тиҙлеген һәм маршрутын теркәй. Ул водителдең ҡасан туҡтауы һәм ял итеүе тураһында ла яҙа. Бар мәғлүмәт ныҡлап һаҡлана, уны төҙәтеп булмай.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров законға ҡул ҡуйған һәм документ рәсми рәүештә баҫылған. «Тахограф» төшөнсәһенә бәйләнгән положениелар быйыл 1 ноябрҙән үҙ көсөнә инәсәк. Законда яҙылғанса транспорт сараларының юл хәрәкәтендә ҡатнашыуына рөхсәт биреү тәртибе нормалары 4 августан эшләй башлаясаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика