10:28 (UTC+5), 23 Июль 2019

РФ Сәғәғәт һәм сауҙа министрлығы һыраны алкоголь тип һанамаҫҡа тәҡдим итте

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 23 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Рәсәй Федерацияһының Сәғәғәт һәм сауҙа министрлығы һыраны һәм һыра продукцияһын алкоголле продукция төшөнсәһенән алырға тәҡдим итте. Был йәмәғәт туҡланыуы өлкәһенә лә ҡағыла. Проект ведомство төҙөгән 2019-2025 йылға сауҙа үҫтереү стратегияһында урын алған тип хәбәр итә РБК.
Әле Сәғәғәт һәм сауҙа министрлығы стратегияны ҡыҙыҡһынған ведомстволарға ебәрергә планлаштыра.
Һыраны закон яғынан алкоголгә 2011 йылда тиңләште. 2012 йылдың июленән иһә спирт күләме 0,5%-тан артҡан эсемлектәр (кефир һәм кеүәҫтән тыш) алкоголь тип атала башланы. 2013 йылдың ғинуарында ларектарҙа һыра һатыуға сикләүҙәр үҙ көсөнә инде.
2016 йылдың июлендә РФ Дәүләт Думаһы 1,5 литрҙан артҡан пластмасса шешәләрҙә һыра етештереү һәм һатыуҙы тыйыу буйынса закондарға өҫтәмә индерҙе. Ул 2017 йылдың 1 ғинуарында ғәмәлгә инде, 1 июлдән ҙур шешәләрҙә һыра һатылмай башланы. Экспортҡа оҙатылған продукцияға ғына ташлама яһалды.
Әйтергә кәрәк, «Известия» хәбәр итеүенсә, Сәғәғәт һәм сауҙа министрлығының был инициативаһы буйынса Дәүләт Думаһының мәғариф һәм фән буйынса комитет рәйесе урынбаҫары Геннадий Онищенко үҙ фекерен белдерҙе. Уның һүҙҙәре буйынса, был идея дәүләт башлығы ҡуйған бурысҡа - халыҡтың һаулығын арттырыуға ҡаршы килә. «Ул алкоголь булмағас, тимәк һыраны мәктәп буфеттарында һатырға, балалар баҡсаларында компот урынына биреү кәрәк буласаҡмы?» — тип ҡыҙыҡһынған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика