02:27 (UTC+5), 22 Июль 2019

Башҡортостанда мәктәп уҡытыусыларын педагогия университетында маҡсатлы уҡыта башлайҙар

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Рушана Ибраева
ӨФӨ, 2019 йыл, 22 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Рушана Ибраева/.Башҡортостанда 1500-ҙән ашыу мәктәп уҡытыусыһы етмәй, тәү сиратта, сит тел, математика, рус теле һәм әҙәбиәт, физика, химия һәм биология уҡытыусылары. Ошо хаҡта М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Салауат Сәғитов республика хөкүмәтендә уҙған «Мәғариф сәғәтендә» һөйләне.
«Йылдан-йыл кадрҙарға ҡытлыҡ көсәйәсәк кенә, - тип билдәләне юғары уҡыу йорто ректоры. - Бер-ике йылдан мәктәптәргә тыуым ҡапыл артҡан йылдарҙа тыуған балалар киләсәк. Уҡыусылар һаны кинәт 60 мең балаға артасаҡ. Тимәк башланғыс класс уҡытыусылары талап итәсәк, ә улар әле лә етмәй, һуңынан урта звено уҡытыусыларына ла һорау артасаҡ. Өҫтәүенә, бөгөн һәр дүртенсе уҡытыусы – йәше буйынса пенсионер».
25 йәшкә тиклемге йәш уҡытыусыларҙың өлөшө ни бары 3% тәшкил итә, иң күп уҡытыусылар төркөмө – 51% – 40-54 йәштәр төркөмөндә.
Кадрҙарға ҡытлыҡ айырыуса Өфөлә, Октябрьскийҙа, Стәрлетамаҡта, Благовещен һәм Стәрлетамаҡ райондарында һиҙелә.
Мәсьәләне хәл итеү юлдары сифатында Салауат Сәғитов уҡытыусылар өсөн маҡсатлы уҡытыу индерегә тәҡдим итте. Быға бюджетҡа сығымдар 2020 йылда 26 миллиондан 2024 йылда 130 миллионға тиклем тәшкил итә. Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамалаусылар мәктәптәрҙә мотлаҡ рәүештә кәмендә өс йыл эшләү шарты менән эш урыны менән тәьмин ителәсәк. Башҡортостан хөкүмәтендә муниципалитеттарҙың кадрҙарға ғаризаларын анализлауҙы быйыл тамамлайҙар. Әле 54 муниципалитеттан 34-е юғары уҡыу йортона ғариза тапшырған, тип һөйләне Салауат Сәғитов.
Мәктәптәрҙә кадрҙарға ҡытлыҡты магистратурала фәндәр буйынса белгестәр әҙерләү ҙә кәметергә тейеш, шулай уҡ, биш йыл уҡытыу барышында студенттар ике мәктәп предметы буйынса ике һөнәр аласаҡ.
Ауылда уҡытыусылар етмәү мәсьәләһен хәл итеү юлдарының береһе - «Ауыл табибы»на оҡшаш, «Ауыл уҡытыусыһы» программаһын тормошҡа ашырыу. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 1 июлдән Радий Хәбиров ауыл ерендә эшләүсе йәш уҡытыусыларға гранттарҙы раҫланы. Улар һәр ҡайһыһы 600 мең һум күләмендә 100 грантҡа дәғүә итә ала. Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы уларҙы, программаны популярлаштырып, алдағы мәғариф буйынса Республика август кәңәшмәһендә тапшырырға тәҡдим итте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика