15:57 (UTC+5), 19 Июль 2019

«Инвестсәғәт»тә Ҡарман балыҡ хужалығына бағыр үрсетеүгә ярҙам итәсәктәр

ӨФӨ, 2019 йыл, 19 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.Краснокама районының Николо–Березовка ауылында Ҡарман балыҡ хужалығы бағыр балығы үрсетә. Генераль директор урынбаҫары Нина Вдовина республика етәксеһе Радий Хәбировҡа ваҡ бағыр үрсетеү өсөн биомодулдәрҙе күрһәтте һәм бына алты йыл дауамында эре балыҡтар өсөн ике ҙур ҡоролманы төҙөй алмайбыҙ тине. Хужалыҡ йылына 200 тоннаға тиклем бындай ҡиммәтле һәм ҙур һорау менән файҙаланған балыҡ төрөн үрсетә ала.
Радий Хәбиров Краснокама районы башлығы Рөстәм Мусинға предприятие етәкселеге һәм БР ауыл хужалығы министрлығы менән бергә хужалыҡҡа ярҙам итергә субсидиялар бүлеү мөмкинлеген ҡарарға ҡушты. Төбәк башлығы фермерҙарҙы алдағы «Инвестсәғәт»кә саҡырҙы.
Ҡарман балыҡ хужалығы 1983 йылда Ҡарман ГРЭС төҙөгәндән һуң компенсация объекты итеп ойошторолған. Тәүҙә унда 1991 йылға тиклем тауар карп балығы үрсетелгән. Унан һуң бағыр, мәрсен, канал йәйене, тебяпия, аҡ амур, суртан кеүек балыҡтарҙы үҫтерә башлағандар. Әлеге ваҡытта бында йылына 1000 тоннаға тиклем карп, 150 тонна мәрсен, 150 тонна бағыр, 40 тонна канал йәйене үҫтерелә. Бер юлы сертификатлы производствола мәрсен ыуылдырығы алыу һәм тоҙлау мөмкинлеге бар. Етештерелгән балыҡ продукцияһы селтәрле супермаркеттарға оҙатыла. Шулай уҡ йәш һәм тауар балыҡтары артабан үрсетеүҙә ҡулланыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика