03:52 (UTC+5), 19 Июля 2019

Башҡортостанда айырыуса балаларҙы реабилитациялау өсөн сертификатҡа 63 миллион һум бүленә

Олег Яровиков
Азат Ғиззәтуллин
ӨФӨ, 2019 йыл, 19 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/.Башҡортостан бюджетынан айырыуса балалар тәрбиәләүсе ата-әсәләргә аҡсалата сертификат биреүгә 63 миллион һум бүленәсәк. Уларҙың һәр ҡайһыһы 42,8 мең һум тора. Сертификатты мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы дауалау һәм реабилитациялау өсөн милек формаһына ҡарамай теләгән шифаханала йәки реабилитация үҙәгендә тотонорға мөмкин. Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова айырыуса балаларҙың ата-әсәләре менән осрашыуҙа был әсәләргә ошо хеҙмәттәр менән ҙур ҡалаларға килмәй файҙаланыу мөмкинлеге бирә тип һөйләне.
«Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең алты меңдән ашыу айырыуса баланың реабилитация алыу мөмкинлеге булманы, хәҙер ул барлыҡҡа килә. Республика етәксеһе ҡушыуы буйынса сертификаттар 1 сентябрҙә бирелә башлай», — тип аңлатты Ленара Иванова.
Радий Хәбировтың фекеренсә, ошондай сертификаттарҙы тапшырыу айырыусы балалары булған ғаиләләргә ярҙам итеп кенә ҡалмаясаҡ, ә ошондай хеҙмәттәр күрһәтеү менән шөғөлләнеүсе бизнес өсөн мөмкинлектәрҙе киңәйтәсәк.
Башҡортостанда шулай уҡ төбәк техник реабилитация саралары теҙмәһен раҫлаған хөкүмәт ҡарары ҡабул ителгән. Улар инвалид балалар һәм беренсе төркөм инвалидтарға федераль исемлеккә өҫтәп бушлай биреләсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика