08:23 (UTC+5), 19 Июля 2019

Башҡорт игененең тәүге партияһы Ағиҙел портынан Иранға август айында оҙатыласаҡ

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 19 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Төҙөлөп бөтмәгән Башҡорт АЭС-ы урынында быйыл иген терминалы ҡороу тамамланасаҡ. Уға ҡорамалдар Төркиәнән ҡайтарыла. Бишәр мең тонна һыйҙырышлы ике карап Ағиҙел портынан 20 августа сығасаҡ, 14 көндән һуң улар Мэрисель төрөк портына барып етәсәк. Артабан игенде Иранға ебәрәсәктәр. Йәмғеһе 10 мең тонна иген ситкә оҙатыласаҡ.
«Стапель» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Михаил Кулаков республика етәксеһе Радий Хәбировҡа иген һаҡлау өсөн биналар әҙер, караптарға тейәү ҡоролмаларын монтажлау ғына ҡалды тип белдерҙе. Радий Фәрит улы предприятие етәксеһен яҡындағы «Инвестсәғәт»кә саҡырҙы һәм караптарҙы оҙатыуға килергә тырышырмын тип әйтте.
Михаил Кулаков фекеренсә игенде һыу олы менән оҙатыу иҡтисади яҡтан отошло. Әгәр ҙә бында тимер юлы ремонтланһа, был майҙансыҡтың әһәмиәте тағы ла артасаҡ.
«Стапель» ЯСЙ-һы «Суднолар ремонтлау һәм төҙөү заводы» өстөнлөклө инвестициялар проекты башланғысына нигеҙ һалған. Тәү сиратта унда нефть йыуынтыһы һәм шламдарын эшкәртеү цехын сафҡа индереләсәк. Уға 721 млн һум инвестициялар йүнәлтеләсәк.
«Был йүнәлеш республика өсөн яңы булып тора, бығаса төбәктә суднолар төҙөлмәне. Киләсәктә Ағиҙел инвестициялар яғынан өмөтлө ҡалаларҙың береһе булып тора. Бында буш торған ҙур майҙандар һәм ерҙәр бар. Республика федераль үҙәк ярҙамы менән инфраструктура булдырыу һәм ғәмәлдәге инженер селтәрҙәрҙе ремонтлауға аҡса бирәсәк», — тип белдерҙе Радий Хәбиров.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика