10:30 (UTC+5), 18 Июля 2019

«ГАЗ төркөмө» Башҡортостанға 70 автобус ебәрәсәк

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 18 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Республикаға «ГАЗ төркөмө» заводтарында етештерелгән 70 автобус ҡайтарыласаҡ. Тәүге 18 берәмекте август айы аҙағында килтереү көтөлә.
Бөгөн БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров менән «ГАЗ төркөмө» президенты Вадим Сорокин хеҙмәттәшлек тураһында генераль килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Документ ғәмәлдәге автопаркты яңыртырға һәм сервис инфраструктураһын үҫтерергә мөмкинлек бирәсәк. Экологик яҡтан таҙа КПГ тәбиғи газында эшләгән транспортты ҡулланыуҙы киңәйтеүгә айырым иғтибар яһала. Килешеү ыңғай тәжрибәне һәм хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыуҙа алдынғы мөмкинлектәрҙе таратыуҙы күҙ уңында тота.
«Беҙҙең ГАЗ хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу, һаҡсыл производствоны үҫтереү буйынса иң яҡшы компанияларҙың береһе булып тора тигән фекерҙәбеҙ. Республика өсөн һеҙҙең тәжрибә бик ҡыҙыҡлы булмаҡсы», — тип белдерҙе Радий Хәбиров.
Төбәк етәксеһе республикала транспорт системаһын һәм «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһын үҫтереү буйынса ҙур программа тормошҡа ашырыла тине.
«Беҙҙең коммерциялы предприятиелар ҙа автпарктарын яңыртыуҙы башланы. Дөйөм алғанда республикала быйыл һәм киләһе йыл башында 600-гә яҡын автобус, шул иҫәптән һеҙҙең маркалылары ҡайтарыласаҡ. Ошоно күҙ уңында тотоп, сервис программалары тураһында уйланырға сәбәп бар», — тине Радий Фәрит улы.
Быйыл республика йәмғеһе 527 автобус һатып аласаҡ, 2020 йылдың тәүге өс айында тағы 62 берәмек өҫтәләсәк. Дөйөм алғанда 598 автобус ҡайтарыласаҡ.
Документҡа ҡул ҡуйғандан һуң Радий Хәбиров менән Вадим Сорокин «ГАЗ төркөмө»нә ингән Горький автомобилдәр заводы, Ликино һәм Павлово автобус заводтары етештергән заманса автомобиль техникаһын ҡараны. Компания ҡала эсендә һәм ҡала-яны маршурттары өсөн автобустар теҙмәһе тәҡдим итте. Күргәҙмәлә шулай уҡ төрлө коммуналь техника, мобиль автосервис һәм сауҙа өсөн машиналар, мәктәп, хәрәкәте сикләнгәндәр, «ашығыс ярҙам» өсөн махсуслашҡан автомобилдәр күрһәтелде. Уларҙың барыһы ла дизель һәм газ двигателе ҡуйыла ала.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика