09:22 (UTC+5), 18 Июль 2019

Өфөлә 2019 йылда Интернациональ урамы башынан күпер төҙөлә башлаясаҡ

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 18 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Быйыл баш ҡалала Интернациональ урамы башынан Ағиҙел йылғаһы аша автомобиль күпере төҙөлә башлаясаҡ. Уны ҡороу өсөн 8,3 млрд һум талап ителә. Бының тураһында республика хөкүмәтендә үткән «Транспорт сәғәте»ндә Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Альберт Сөләймәнов хәбәр итте.
Буласаҡ күпер биләмәһен планлаштырыу һәм межалау проектына йәмәғәт тыңлауҙары 2016 йыл башында уҡ башҡарылды. Документтарға ярашлы, яңы күпер үткәргесенең оҙонлоғо 1322 метр тәшкил итеп, унда хәрәкәт өсөн дүрт һыҙат һалынасаҡ.
Проект бер нисә этапта тормошҡа ашырыласаҡ. Тәү сиратта күпер һәм Интернациональ, Комаров урамдарынан илткән юлдар төҙөләсәк, Ағиҙелдең һул яҡ ярынан 8 Март һәм Алексеевка ҡасабаларына бәйләнеш булдырыласаҡ. Икенсе сират һуңында Комаров урамы аҫтынан 390 метрлыҡ тоннель төҙөлөп, уның аша күпергә Интернациональ урам аша үтергә мөмкин буласаҡ. Төҙөлөштөң был ике этабы дүрт йылда тормошҡа ашырыласаҡ.
Архитектура һәм ҡала төҙөү буйынса баш идаралыҡ вәкилдәре һүҙҙәренә ҡарағанда, проектта артабан күперҙән 8 Март, Алексеевка ҡасабаларына илткән юлдың М-7 Федераль трассаһына тиклем һуҙыу ҡаралған. Бынан тыш, Интернациональ урамында юл бәйләнештәре һәм үткәргестәре төҙөп, уны өҙлөкһөҙ хәрәкәт магистраленә әйләндереп, Шаҡша юл үткәргесенә тоташтырыу ҡаралған. Әгәр ҙә был пландар тормошҡа ашһа, Өфөлә М-5 һәм М-7 федераль юлдарын тоташтырған транспорт коридоры барлыҡҡа киләсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика