11:51 (UTC+5), 18 Июля 2019

«Эксперт» агентлығы: Башҡортостанда фәҡирҙәр өлөшө 10,5 проценттан 17,5 процентҡа тура килә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 18 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. «Эксперт» агентлығы аналитиктары Рәсәй төбәктәренең фәҡирлек картаһын төҙөгән. Беҙҙең республика илдең тағы ла 38 субъекты менән бергә «уртансылар» рәтендә тора. Тикшереүселәр мәғлүмәте буйынса Башҡортостанда фәҡирҙәр өлөшө 10,5 проценттан 17,5 процентҡа тура килә.
«Төбәктәр буйынса фәҡирлек кимәлен һанап сығарыу өсөн беҙ һәр төбәктең модаль (иң йыш осраған) килеме менән шул төбәк йәшәү кимәле минимумына нисбәтен һанап сығарҙыҡ. Шулай уҡ һәр төбәктең йәшәү кимәленән түбән аҡса килеме булған халыҡ өлөшө тураһындағы мәғлүмәтте Росстаттан алдыҡ», — тиҙәр картаны төҙөүселәр.
Башҡортостанда модаль (иң йыш осраған) килем төбәктең 1,25 һәм 1,5 йәшәү минимумын тәшкил итә.
Иң «бай» төбәктәр тип аналитиктар Мәскәү, Санкт-Петербург, Мәскәү өлкәһе, Тула, Липецк, Курск, Белгород, Воронеж, Ленинград, Түбәнге Новгород, Свердловск, Сахалин өлкәләре, Ямал-Ненец һәм Чукот автономлы округтарын һанаған.
«Иң фәҡир төбәктәргә (улар 31) Кавказдың барыһы ла тиерлек, Себерҙең, Волга буйының күп өлөшө ингән. Унда модаль килем йәшәү минимумынына тура килә йәки уның 1,25 нисбәтен тәшкил итә. Бында фәҡир халыҡтың һаны 40 проценттан арта», — тигән «Эксперт» агентлығы.
Тыва һәм Ингушетияла халыҡтың модаль килеме йәшәү минимумынан түбәнерәк, фәҡирҙәр һаны 32 проценттан 41,5-ҡа барып етә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика