11:56 (UTC+5), 17 Июля 2019

Төркиә отелдәре рәсәйҙәр өсөн хаҡтарҙы төшөрҙө

TASS/Zuma/Diego Cupolo
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2019 йыл, 17 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.Төркиә отелдәре июлдә-августа урынлашыуға хаҡтарҙы 10-15 процентҡа кәметте. Алдан йәшәү өсөн хаҡтарҙы ҡапыл күтәргән ҡунаҡханалар туристар етмәүенә зарланған, тип хәбәр итә «Известия» Рәсәй туристик операторҙары ассоциацияһына һылтанып.
Профессиональ менеджерҙар ассоциацияһы Төркиә отелдәрен баһалауы буйынса, Антальела отелдәр июлдә-августа 90-92 процентҡа туласаҡ. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер ҡунаҡханаларҙа бүлмәләр тулылығы 82-85 проценттан күтәрелмәйәсәк.
Аналитиктар һүҙҙәренсә, һүҙ 2018 йылда уңышлы эшләп, быйыл йәй хаҡтарҙы ҡапыл күтәргән отелдәр тураһында бара.
2019 йыл йомғаҡтары буйынса, Төркиәлә 6 миллиондан ашыу Рәсәй турисы көтөлә. Биш айҙа илдә 1,7 миллионға яҡын Рәсәй гражданы ял иткән, ул 2018 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 20,5 процентҡа күберәк.
Алдан июлдә Урал туризм ассоциацияһы директоры Михаил Мальцев Төркиә отелдәрендә хеҙмәтләндереү сифатының түбәнәйеүе был ил курорттарында конкуренция булмау һәм ҡунаҡхана хужаларының аҙ сығымда күп килем алыу теләге менән бәйле тип белдерҙе.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика