02:09 (UTC+5), 16 Июля 2019

Башҡортостан Таиланд менән ҡала хужалығын һанлаштырыу проекты буйынса хеҙмәттәшлек итергә ниәтләй

Башҡортостан башлығының матбуғат хеҙмәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2019 йыл, 16 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.Нефть-газ, инфраструктура объекттары төҙөлөшө, ҡала хужалығын һәм мәғарифты һанлаштырыу өлкәһендә проекттар Өфөлә Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың Таиланд Короллеге Ғали йәнәптәре Мом Луанг Раджадарасри Джаянкура етәкләгән эшлекле даирәләр делегацияһы менән осрашыу барышында тәҡдим ителде.
«Бөтә проекттар ҙа беҙгә ҡыҙыҡлы һәм беҙ, атап әйткәндә, спорт йүнәлешле халыҡ-ара мәктәп асыу буйынса уртаҡ эште башларға әҙер. Шулай уҡ «Аҡыллы ҡала» проекты мөмкинлектәрен һәм ир өҫтө метроһын өйрәнергә әҙербеҙ», – тине Радий Хәбиров.
Республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Башҡортостан хөкүмәте вице-премьеры вазифаһын башҡарыусы Рәиф Абдрахимовҡа ҡаралған проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу буйынса эшсе төркөмдө етәкләргә ҡушты. Ул шулай уҡ Таиландтан йәш спортсыларҙы Башҡортостанда үткән йәйге Халыҡ-ара балалар уйындарында уңышлы сығыш яһауҙары менән ҡотланы. Бангкок командаһы 27 миҙал яуланы, ҡатнашыусы ҡалалар араһында иң яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшеп һәм Өфө командаһын бер наградаға уҙып.
Ғали йәнәптәре, үҙ сиратында, Башҡортостанда күргәндән ыңғай тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
Төбәк етәксеһе республика менән Таиланд араһында тауар әйләнешенең 2018 йылда өс тапҡырға – 7,4 миллион долларға тиклем артыуын, әммә уны артабан үҫтереү кәрәклеген билдәләне, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтендә.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика