09:47 (UTC+5), 16 Июля 2019

Азат Баҙранов БР Башлығы Хакимиәтенең Ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығы начальнигы булып эшләйәсәк

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 16 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.
Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенең Ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығы начальнигы итеп Азат Баҙранов тәғәйенләнде. Бының туралағы указға Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы.
Радий Фәрит улының икенсе бойороғо менән Урал Килсенбаев икенсе эшкә күсеү сәбәпле БР Башлығы Хакимиәтенең Ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығы начальнигы вазифаһынан бушатылды. «Башинформ» алдан хәбәр итеүенсә, ул БР Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса етәксеһе урынбаҫары ителде.
Белешмә. Азат Шамил улы Баҙранов 1986 йылдың 6 декабрендә Өфөлә тыуған. Башҡорт дәүләт университетын, Н.Э. бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университетын, Рәсәй Фәндәр академияһының Дәүләт һәм хоҡуҡ институтының аспирантураһын тамамлаған.
2006 йылда шәхси эшҡыуар булып эш башлаған.
2010 йылда – “Башҡортостан республикаһының Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле” дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениеһы юрисконсульты.
2011 йылда – Рәсәй Юристар ассоциацияһының Мәскәү өлкә бүлеге проекттар үтәү методикаһы эшләү буйынса белгес.
2013–2014 йылдарҙа – РФ Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһы депутаты ярҙамсыһы.
2013–2015 йылдарҙа – БР Фәндәр академияһы Гуманитар эҙләнеүҙәр институтының этнополитология бүлеге кесе ғилми хеҙмәткәре.
2014 йылда – Мәскәү өлкәһенең Одинцов муниципаль районы Голицыно ҡала биләмәһе хакимиәтенең торлаҡ-коммуналь хужалығы, төҙөлөш һәм ер менән ҡулланыу бүлегенең әйҙәүсе эксперты.
2015–2018 йылдарҙа – РФ Кеше хоҡуҡтары буйынса тулы хоҡуҡлы вәкиле аппаратының Сәйәси хоҡуҡтарҙы яҡлау идараһы бүлегендә кешенең сәйәси хоҡуҡтарын яҡлау бүлеге баш белгес-эксперты.
2018–2019 йылдарҙа – БР Башлығы Идаралығының ижтимағи-сәйәси үҫеше буйынса начальнигы урынбаҫары, БР Башлығы Идаралығының ижтимағи-сәйәси үҫеше буйынса сәйәси планлаштырыу һәм проектлау бүлеге мөдире – идаралыҡ начальнигы урынбаҫары.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика