Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
-0.88
92.22
-1.03
67.96
+2.11
22+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
15 Июль 2019, 09:19

Эксперттар һөткә хаҡтар буйынса Башҡортостандың иң ҡиммәт ҡалаһын атаны

Ксения Калинина
Ксения Калинина
ӨФӨ, 2019 йыл, 15 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостанстат, һайланма күҙәтеү мәғлүмәттәре буйынса, июнь айына 2,5-3,2 процент ҡуйылыҡтағы ҡайнатылмаған пастеризацияланған һөткә уртаса ҡулланыу хаҡтарын баҫып сығарҙы.
Атап үткәндә, иң ҡиммәт һөт Өфөлә һатыла. Был эсемлектең бер литры уртаса 48,51 һум тора. Икенсе урында – Урал аръяғының баш ҡалаһы – Сибай. Бында һөттө 46,24 һумға һатып алырға мөмкин. Өсөнсө урын Нефтекамала – бер литры 45,7 һум. Иң арзан һөт Стәрлетамаҡта һатыла – бер литры 43,94 һум.
Башҡортостанда һөттөң уртаса хаҡы - 47,1 һум.
Статистика мәғлүмәттәре буйынса, хаҡтар июндә ағымдағы йылдың ғинуары менән сағыштырғанда ярайһы үҙгәргән. Мәҫәлән, ҡышын иң ҡиммәт һөт Нефтекамала һатылған (47,67 һум). Өфөлә эсемлектең бер литры 47,36 һум торған, Сибайҙа – 44,17 һум, Стәрлетамаҡта – 43,05 һум.
Ғинуарҙа бер литр һөттөң уртаса хаҡы 46,19 һум тәшкил иткән.
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: